Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 11:30

ИГЛИНДӘ – МӘКТӘП ҺӘМ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә мәғариф тармағына айырыуса көслө иғтибар бүлде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә мәғариф тармағына айырыуса көслө иғтибар бүлде.
– Беҙ уҡытыусыларҙы ауыл мәктәптәренә эшкә әүҙем йәлеп итәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Һәр мәктәптә – төпкөл ауылда ла, ҡалалағы яңы биҫтәләрҙә лә – балаларыбыҙға сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Иглин районының Иглин ауылында 640 урынлыҡ мәктәп асылды, шулай уҡ бер ҡыйыҡ аҫтында 160 баланы һыйҙырырлыҡ балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Улай ғына ла түгел, объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указында раҫланған “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә хәтлемге кескәйҙәр өсөн белем усаҡтарында шарттар тыуҙырыу” тигән төбәк проекты нигеҙендә төҙөлгән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, республикабыҙҙа социаль әһәмиәтле объектттар күп төҙөлә, был тәңгәлдә эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.
Сығанаҡ:https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: