Инде нисәнсе йыл рәттән районда Ҡөрьән сүрәләрен ятлаусы балалар өсөн “Иман нуры” конкурсы үтә. Район үҙәк китапханаһынан баш алған сара, хәҙер “Әбделмән” мәсетенә күсеп, йылдың-йылы географияһын киңәйтә, конкурсанттар исемлеген ырата.
9 ғинуарҙа үткән сираттағы конкурсҡа район ауылдарынан йәмғеһе 30 бала килгәйне. Алдан заявкалар тултырып, положениеға ярашлы әҙерләнде ҙур сараға балалар.
"Иман нуры-2020" конкурсы хаҡында материалды гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.