10 ғинуарҙа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Нәби һәм Яуымбай ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Нәби һәм Яуымбай ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
ФАП-тар барлыҡ заман талаптарына яуап бирә, тейешле ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителгән. Үҙ сиратында был урындағы халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы беренсел медицина ярҙамын күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк, шул уҡ ваҡытта ауылдарҙағы медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡ.
Нәби һәм Яуымбай ауылдарында быға тиклем эшләгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һыу һәм канализация үткәрелмәгән булған, биналарҙы мейескә утын яғып йылытҡандар. Хәҙер иһә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар. Яңы ФАП-тарҙа 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән 28 бала.