Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 15:25

“ФӘН” МИЛЛИ ПРОЕКТЫ БУЙЫНСА ҒИЛМИ-МӘҒАРИФ ҮҘӘГЕ ҺӘМ ВУЗ-АРА КАМПУС ТӨҘӨЛӘ

Республикала “Фән” милли проектына ярашлы, йәш ғалимдарҙы ғилми эҙләнеүҙәргә әйҙәү өсөн Ғилми-мәғариф үҙәге һәм вуз-ара кампус төҙөлә. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизиндың фекеренсә, инфраструктура - иң төп мәсьәләләрҙең береһе.

Республикала “Фән” милли проектына ярашлы, йәш ғалимдарҙы ғилми эҙләнеүҙәргә әйҙәү өсөн Ғилми-мәғариф үҙәге һәм вуз-ара кампус төҙөлә. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизиндың фекеренсә, инфраструктура - иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Уңайлы территория булдырырға кәрәк, шул саҡта ғына беҙҙең төбәк ылыҡтырғысҡа әйләнәсәк, үҙ сиратында, студенттар һәм квалификациялы кадрҙар бында ағыласаҡ.
- Ошо проектты бойомға ашырыу бер нисә мәсьәләне бер юлы хәл итеүгә килтерәсәк, - ти Рәмил Нәзиф улы. - Юғары уҡыу йорттарының матди-техник базаһын яҡшыртыу, студенттар дөйөм ятағында урындарҙы арттырыу һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Читайте нас: