Республиканың Бөрө һәм Стәрлетамаҡ райондарында урмандарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡланған. Уғрылар ҡайын, саған, имән ағастарын йыҡҡан. Ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 260-сы бүлеге нигеҙендә енәйәт эше асылған.
Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу тураһында космостан килгән мәғлүмәттәр тулыһынса раҫланған, һөҙөмтәлә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары - 26, ағас әҙерләүҙә тәртип боҙоуҙар 6 процентҡа кәмегән.