Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 20:00

“ДЕМОГРАФИЯ” МИЛЛИ ПРОЕКТЫНА ЯРАШЛЫ,НАСАР ҒӘҘӘТТӘРҘӘН АРЫНДЫРЫУ БУЙЫНСА ҘУР БУРЫСТАР БИЛДӘЛӘНГӘН

“Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, дөрөҫ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыу буйынса ҙур бурыстар билдәләнгән, тип яҙа Башҡортостан.

Табиптар инсульттан һаҡланырға теләгәндәргә дүрт төрлө кәңәш бирә.
Ҡан баҫымын күҙәтеүҙә тотоғоҙ.40 йәштән өлкәнерәк кешеләр, хәле яҡшы булһа ла, айына бер тапҡыр ҡан баҫымын үлсәргә тейеш. Ғәҙәти күрһәтмәләрҙән тайпылыш була икән, шунда уҡ табипҡа күренергә кәрәк.
Шәкәрҙе сикләгеҙ. Шәкәр диабеты инсульт ҡурҡынысын 35 процентҡа арттыра. Диабет булмаһа ла, мөмкин тиклем кәметергә кәрәк.
Тәмәке тартмағыҙ. Тәмәке инсульт ҡурҡынысын 15 процентҡа арттыра, башҡа бик күп ауырыуҙарға ла юл аса.
Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, дөрөҫ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыу буйынса ҙур бурыстар билдәләнгән, тип яҙа Башҡортостан.
Республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм медицина иҫкәртеү үҙәктәре байтаҡтан бирле уңышлы эшләп килә. Шуның өҫтөнә киләсәктә йәмәғәтселек сәләмәтлек үҙәктәрен булдырыу ҡарала. Программа ҡолас еткеһеҙ ҙур һәм ул оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Мәҫәлән, телевидениела белгестәрҙең сығыштарын ойоштороу, социаль видеороликтар күрһәтеү, банкерҙар, социаль рекламалар тап ошо маҡсатта файҙаланыла.
Фото: beresta.by
https://moradim.rbsmi.ru/ сайтынан алынды
Читайте нас: