Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 15:50

БЛАГОВЕЩЕН РАЙОНЫНДА «ДЕМОГРАФИЯ» МИЛЛИ ПРОЕКТЫ СИКТӘРЕНДӘ ТӨПКӨЛ АУЫЛДАРҘА ЙӘШӘҮСЕ ОЛО БЫУЫН ВӘКИЛДӘРЕНӘ СИФАТЛЫ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ КҮРҺӘТЕЛӘ

65 йәштән өлкәнерәк граждандар ойошҡан рәүештә үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһына йөрөй башланы. Тар профилле белгестәргә күренеп, улар ЭКГ, УЗИ тикшереүе, флюорография үтә. Сират бөтөнләй юҡ, һәр шаршамбы ауыл халҡын ҡабул итеүгә айырым ваҡыт билдәләнгән.

Граждандарға ауылдан поликлиникаға барып ҡайтыу бушлай. Махсус автотранспорт бүленгән. Һигеҙ урынлыҡ салонда мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Әйткәндәй, былтыр «Демография» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан республикаға 34 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, һөҙөмтәлә райондарға 18 берәмек техника һатып алына. Оло быуын вәкилдәре ваҡытында медицина тикшереүе үткәрелеүгә ҡыуанысын белдерҙе.
https://moradim.rbsmi.ru/ сайтынан алынды
Читайте нас: