Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 22:43

ЯҢЫ ЙЫЛ КҮҢЕЛЛЕ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ САРАЛАР МЕНӘН БАШЛАНЫП КИТТЕ

Яңы йыл күңелле һәм файҙалы саралар менән башланып китте. 1 ғинуарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып уйнаған "Әлләсе" өҫтәл уйыны үткәрелде. 2 ғинуарҙа "Яңы йыл осрашыуҙары" кисәһенә йыйылдыҡ. 3 ғинуарҙа "Ғаиләбеҙ менән китап уҡыйбыҙ" тигән сара үтте

Яңы йыл күңелле һәм файҙалы саралар менән башланып китте. 1 ғинуарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яратып уйнаған "Әлләсе" өҫтәл уйыны үткәрелде. 2 ғинуарҙа "Яңы йыл осрашыуҙары" кисәһенә йыйылдыҡ. 3 ғинуарҙа "Ғаиләбеҙ менән китап уҡыйбыҙ" тигән сара үтте.
4 ғинуарҙа китап уҡыусыларыбыҙ менән саф һауала осраштыҡ. Улар яңы гәзит-журналдар менән танышты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, ҡыш тураһында йомаҡтар әйтеште. Өшөмәҫ өсөн етеҙлеккә һәм сослоҡҡа өйрәтә торған уйындар ҙа уйнап алдыҡ.
Читайте нас в