Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2019, 18:28

РӘСӘЙҘӘ ЯҢЫ АВТОМОБИЛДЕ АВТОСАЛОНДА УҠ ТЕРКӘҮ МӨМКИНЛЕГЕ БАРЛЫҠҠА КИЛӘСӘК

Тейешле ҡарарға РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы, тип яҙа “Российская Газета”. Дәүләт автоинспекцияһы яңы автомобилдәрҙе теркәү хоҡуғына эйә булған махсус автодилерҙар реестрын булдырасаҡ.

Тейешле ҡарарға РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы, тип яҙа “Российская Газета”.
Дәүләт автоинспекцияһы яңы автомобилдәрҙе теркәү хоҡуғына эйә булған махсус автодилерҙар реестрын булдырасаҡ. Машинаны ҡарау һөҙөмтәһен салондар ЮХХДИ идараһына дәүләт хеҙмәттәре Порталы аша тапшырасаҡ. Шунан һуң автомобилде теркәү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Бынан башҡа, документта күренеүенсә, автомобилдең дәүләт теркәү номеры машина хужаһы теркәлгән урындың төбәк коды нигеҙендә бирелә. Әйтәйек, автомобиль хужаһының машинаһы Мәскәүҙә теркәлгән булһа, номеры ла тик Мәскәүҙеке булырға тейеш.
Документ киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Хөкүмәт сайтында билдәләп үтелгәнсә, автомобилдәрҙе дәүләт теркәүенә алыуҙың яңы ҡағиҙәләре криминаль тарихы булған машиналарҙы әйләнештән төшөрөп ҡалдырыуға йүнәлтелгән.
Читайте нас: