Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2019, 17:04

БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНДӘ “МӘҒАРИФ СӘҒӘТЕ” УЛТЫРЫШЫ ҮТТЕ

Башҡортостанда мәктәп, балалар баҡсаһы һәм улар алдындағы майҙандарҙы, шулай уҡ туҡланыу бүлектәрен комплекслы ремонтлау буйынса программа иғлан ителде.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә “Мәғариф сәғәте” ултырышы үтте. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, балалар баҡсаһына сиратты кәметеү һәм мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Алдағы ике йылда республикала 12 яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Ултырышта мәктәп, балалар баҡсаһы һәм улар алдындағы майҙандарҙы, шулай уҡ туҡланыу бүлектәрен комплекслы ремонтлау буйынса программа иғлан ителде. Ойошмалар ихтыяжынан сығып, йә туҡланыу бүлегенә капиталь ремонт, ремонт, төҙөкләндереү, йә булмаһа, ике күрһәткес буйынса ремонтлау, мәҫәлән, төҙөкләндереү һәм туҡланыу бүлеге эшләнәсәк. Бындай ремонттан һуң, кәм тигәндә, 20 йылға мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрендә һыу тамған ҡыйыҡтар, ел өргән тәҙрәләр, туҡланыу бүлектәрендәге етешһеҙлектәр тураһында оноторға ла була, - тип белдерҙе Айбулат Вәкил улы.
“Мәғариф сәғәте”ндә халыҡтың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре лә ҡаралды. “Мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр һаны кәмей”, - ти Граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәре буйынса төркөм етәксеһе Елена Прочаковская. Төп һорауҙар – балаларҙың туҡланыуы, мәктәптәр торошо, ата-әсәләрҙән аҡса йыйыуға ҡайтып ҡала.
2020 йылға капиталь ремонтҡа, материаль-техник базаны нығытыуға һәм энергия һаҡлау сараларына республика бюджетында 946,3 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, федераль бюджеттан 105,5 млн һум аҡса йәлеп ителәсәк. Әлеге ваҡытта республикала мейес яғып йылытылған 18 мәктәп бар.
Башинформ сайтына таянып әҙерләнде http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: