Конституция республикала демократик хоҡуҡи дәүләттең һәм социаль йүнәлештәге иҡтисадтың нигеҙҙәрен нығытты. Парламент – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, президентлыҡ институты ойошторолдо. Конституцияны ҡабул итеү менән күп партиялылыҡ, ирекле һайлауҙар, Конституция суды, Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил, Контроль-иҫәп палатаһы кеүек институттар барлыҡҡа килде.
26 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тексы үҙгәрештәр кисерҙе. Мөһим үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр 2006 йылдың июнендә индерелде. Улар илдә власть вертикален нығытыу буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу, РФ субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибен үҙгәртеү, муниципаль реформа үткәреү менән бәйле булды.
Ләкин 1993 йылғы Конституцияның фундаменталь положениелары һаҡланды һәм заманса яңғыраш алды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләнеhttps://belizv-b.rbsmi.ru/