Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 19:00

ПРОКУРАТУРА КОРРУПЦИЯҒА ҠАРШЫ ТОРОУ ТУРАҺЫНДА ҠАНУНИӘТТЕҢ ҮТӘЛЕШЕН ТИКШЕРҘЕ

2016 йылдың ноябрендә «Элстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмәғәт ойошмаһының элек Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе ауыл советында эштәр идарасыһы булып эшләгән муниципаль хеҙмәткәрҙе эшкә ҡабул итеүе асыҡлана.

2016 йылдың ноябрендә «Элстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмәғәт ойошмаһының элек Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе ауыл советында эштәр идарасыһы булып эшләгән муниципаль хеҙмәткәрҙе эшкә ҡабул итеүе асыҡлана.
2008 йылдың 25 декабрендә сыҡҡан 273-ФЗ һанлы «Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында» Федераль ҡанундың 12-се статьяһы талаптары боҙолоп, уны эшкә ҡабул иткәндән һуң Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе ауыл советы хакимиәтенә элекке муниципаль хеҙмәткәрҙе эшкә алыу тураһында хәбәр ителмәгән.
Юридик берәмек булараҡ, «Элстрой» ЯСЙ-һына, шулай уҡ «Элстрой» ЯСЙ-һы етәксеһенә лә РФ КоАП-ының 19.29. статьяһы (дәүләт йәки муниципаль хеҙмәткәрҙе йә булмаһа, элекке дәүләт йәки муниципаль хеҙмәткәрҙе дәүләт йә муниципаль хеҙмәткәрҙең эшен башҡарыуға йәки хеҙмәт эшмәкәрлегенә законһыҙ йәлеп итеү) буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатылды.
2019 йылдың 24 октябрендә Өфө ҡалаһы Октябрь районының мировой суды тарафынан «Элстрой» ЯСЙ-һы юридик шәхесе, шулай уҡ «Элстрой» ЯСЙ-һы етәксеһе элек Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе ауыл советында эштәр идарасыһы булып эшләгән муниципаль хеҙмәткәрҙе хеҙмәт эшмәкәрлегенә законһыҙ йәлеп иткән өсөн ғәйепле тип танылды.
Суд тарафынан «Элстрой» ЯСЙ-һы юридик берәмегенә 50000 һум, шулай уҡ «Элстрой» ЯСЙ-һы етәксеһенә 20000 һум күләмендә штраф тәғәйенләнде.
Читайте нас: