Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 16:00

АУЫЛ ДЕПУТАТТАРЫ ОТЧЕТ БИРӘ

Даими булмаған нигеҙҙә эшләүсе ауыл депутаттары хәҙер үҙҙәренең килемдәре тураһында айырым тәртиптә отчет бирә.

Даими булмаған нигеҙҙә эшләүсе ауыл депутаттары хәҙер үҙҙәренең килемдәре тураһында айырым тәртиптә отчет бирә.
2019 йылдың 26 июлендә «Коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү» федераль законының 12.1 статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон ҡабул ителде.
Даими булмаған нигеҙҙә үҙ вәкәләттәрен башҡарыусы ауыл депутаттары һайланған көнөнән алып 4 ай эсендә - вакантлы мандат тапшырыу йәки даими нигеҙҙә вәкәләттәрен туҡтатыу көнөнән алып килемдәре тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.
Шулай уҡ килемдәр тураһында мәғлүмәт күсемһеҙ милек, техник средстволар һатып алһа, депутат ҡатыны (ире) менән икеһенең алдағы өс йылдағы килеменән артыҡ суммаға ҡиммәтле ҡағыҙҙар, акциялар һатып алһа, килем тураһында мәғлүмәт тапшырасаҡ. Әгәр ошондай сделкалар булмаһа, депутаттар төбәктең вазифалы кешеһенә (төбәк власының юғары органы етәксеһенә) төбәктә закон тарафынан булдырылған тәртиптә был турала хәбәр итергә тейеш.
Читайте нас: