Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 16:40

ЭХОЛОТ ҺӘМ КАМЕРА

Борон-борондан боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлау иң мауыҡтырғыс һәм ауыр хеҙмәт һаналған. Табыш бер ваҡытта ла үҙе мәкенән һикереп сыҡмаясаҡ. Ул ҡапһын өсөн ныҡышмаллыҡ та, белемеңде даими камиллаштырыу ҙа кәрәк.

Борон-борондан боҙ аҫтынан балыҡ ҡармаҡлау иң мауыҡтырғыс һәм ауыр хеҙмәт һаналған. Табыш бер ваҡытта ла үҙе мәкенән һикереп сыҡмаясаҡ. Ул ҡапһын өсөн ныҡышмаллыҡ та, белемеңде даими камиллаштырыу ҙа кәрәк.

Тәжрибәле балыҡсылар ҡармаҡлау урынын интуитив рәүештә тапһа, яңы башлап тотҡандарға йәки таныш түгел һыуға килгәндәргә был йәһәттән ауырыраҡ. Билдәле булыуынса, ошо хеҙмәтте еңеләй­теү өсөн төрлө электрон ҡулланмалар етештерә башланылар. Хәҙер шуларҙың ике төрөн ҡарап китәсәкбеҙ.

Эхолот алырғамы, әллә камерамы? Был ике прибор, бер яҡтан ҡарағанда, бер-береһен тулыландырып килә. Әммә боҙ аҫтын ҡарай-ҡарай балыҡ ятҡан ергә көн буйы барып етмәүең дә мөмкин бит әле.

Эхолоттарҙың йәйге һәм ҡышҡы төрө бар. Ҡышҡы приборҙың функциялары күберәк, ябайлығы менән дә айырылып тора. Кибеттәрҙә сит илдекеләр күберәк, тик мин Рәсәйҙә етештерелгәнгә өҫтөнлөк бирер инем. Ни өсөн тиһегеҙме? Беҙҙең эхолоттар ябай һәм ныҡ һыуыҡтарға ла сыҙамлы. Эхолотты йылғала ла, күлдә лә ҡулланырға мөмкин. Ә бына камераны, объекттар бер яҡҡа ғына ҡарап торған­лыҡтан, ян-яҡҡа бороп булмай. Эхолот менән балыҡтың ҡайҙалығын билдәләргә, хатта емләнгән ҡармағығыҙға киләме-юҡмы икәнен күрергә мөмкин.

Мәҫәлән, туңа башлаған элекке мәкеләр­ҙең өҫтөндә 2-3 мм һыу бар икән, унан боҙ аҫтын рәхәтләнеп күҙәтә алаһығыҙ. Ыңғай яҡтары менән бер рәттән, әлбиттә, етеш­һеҙлектәре лә бар. Беренсенән, һыу төбөнә тиклем бер генә нур төшә, икенсенән, эхолот балыҡтың ҙурлығын күрһәтмәй.

Уның ҡарауы, камера һыу төбөн тулы­һынса күрһәтә, хатта ниндәй балыҡ, ҙурмы-бәләкәйме икәнен экранда күрергә мөмкин. Мәҫәлән, һыла ергә һыбашып ҡына ағастар араһында ятыусан, ул ҡыбырламай – шуны камера ғына “эләктерә” ала. Был приборҙың да үҙенә күрә етешһеҙлектәре бар.

1. Камера менән йөрөгәндә ике кеше кәрәк: береһе мәке уя, икенсеһе прибор менән тикшереп йөрөй, һөҙөмтәлә күп ваҡыт исраф ителмәй.

2 Емләнгән ҡармаҡ артынан балыҡ эйәрәме-юҡмы – белеп булмай.

3. Камера көн дауамында эшләй алмай, уны шаршыларҙа ҡулланыу мөмкин түгел.

4. Объектив менән экранды тоташтырған шнур тиҙ эштән сыға.

5. Тәрәндәге балыҡты күреп булмай (ә эхолот буръяҡ һыуҙа ла, тәрәндә лә яҡшы күрһәтә).

Шулай ҙа техник яҡтан улар бер-береһенә оҡшаш. Ә балыҡсыға барыһы ла ҡыҙыҡ: һыу аҫты рельефы, ундағы йәнлектәрҙең үҙ-үҙен тотошо, холоҡ-һыҙаттары, хатта ҡармағыңа ҡапҡан балыҡты өҫкә сығарыу ҙа. Улар һуңғы йылдарҙа приборҙарҙың икеһен дә һатып ала башланы. Был ғына ла түгел, күптәр тиҙ йәйелә торған сатырҙа ғына ултырыуҙы хуп күрә. Эйе, тормош барыбер алға бара...

Тик бер нәмәне оноторға ярамай: боҙға сығыр алдынан иң алда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Үҙегеҙ менән йылы сәй, 20 метр оҙонлоҡтағы ныҡлы еп, янда балыҡсы дуҫтар булырға тейеш.

Йомғаҡлап, шуны әйткем килә: һыу буйында үткәргән ғүмер йәшеңә һаналмай, ти. Дөрөҫмө-юҡмы, әммә бер нәмә мәғлүм: ҡармағыңа балыҡ ҡапҡан секундтар бер ваҡытта ла кире әйләнеп ҡайтмай. Бына ошондай кинәнесле мәлдәр күберәк булһын өсөн уйлап сығарылған да инде был приборҙар.
Автор: Әсләм КАМАЛОВ менән Нәсих ХӘЛИСОВ әҙерләне
"Башҡортостан гәзите" сайтынан алынды https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: