Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының - 100, вуздың 110 йыллығына арналған VII халыҡ-ара телдәр фестивале бара. Бөгөн унда Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән 436 делегат ҡатнаша.
Сарала республикабыҙҙың Сибай институтынан килгән делегация ла ҡатнаша: доцент, философия фәндәре кандидаты Зөлфиә Әхмәтзадина етәкселегендә студенттар Мөхәммәт Рафиҡов, Гөлнара Ҡаҙарбаева, Айгөл Ҡасҡынова, Лилиә Ҡолдәүләтова телдәр хаҡында фекер алыша. Улар фестивалдең төрлө секцияларында башҡорт музыка ҡоралдары, башҡорт лингвистикаһы һәм семантикаһы, инглиз һәм рус теле материалдарында телмәр тотоусыларҙың стилистик үҙенсәлектәре кеүек темаларға сығыш яһай.
Фестивалдә йәмғеһе 15 секцияла донъяның төрлө телдәре, уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре, замана шарттарында телдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барасаҡ. Сараға донъяның 40-тан ашыу теле тураһында 198 эш тәҡдим ителгән.