Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 17:00

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ – ИТАЛИЯЛА!

Баймаҡ районының Күсей ауылы ҡыҙы Гөлнара Байназарова алыҫ Италияла йәшәй һәм Лингвистика үҙәгендә теләгәндәр өсөн рус һәм немец телдәрен өйрәтә

Баймаҡ районының Күсей ауылы ҡыҙы Гөлнара Байназарованың алыҫ Италияла йәшәүе һәм Лингвистика үҙәгендә теләгәндәр өсөн рус һәм немец телдәрен өйрәтеүе хаҡында гәзиттә яҙғайныҡ инде.
Бөгөн Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы беҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерҙе: Италияла йәшәүсе милләттәштәребеҙ Башҡорт теле көнөн билдәләгән.
“Төп эшемдән тыш, Лингвистика үҙәгендә теләгәндәр өсөн телдәр өйрәтеүҙе дауам итәм. Шуныһы ҡыуаныслы: тыуған яғымдан ялдан ҡайтҡас, башҡорт телен өйрәтеү теләге лә тыуғайны. Хыялым тормошҡа ашты: Италияның төрлө ҡалаһында йәшәгән милләттәштәр араһында үҙ балаларына башҡорт телен өйрәтергә теләүселәр табылды. Улар араһында үҙемдең яҡын ғына туғанымды ла таптым. Әлегә хәрефтәр өйрәнәбеҙ, тәүге һүҙҙәрҙе әйтәбеҙ, иң мөһиме “әсәй”, “атай”, “Башҡортостан” тип ҙур ҡыуаныс менән дөрөҫ итеп әйтәбеҙ. Бөгөнгө байрамдан беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ: бергәләшеп башҡортса йырланыҡ, бейенек, шиғырҙар уҡыныҡ. Иң мөһиме - ситтә йәшәһәк тә, үҙ телебеҙҙә аралаша һәм һөйләшә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Үҙемә килгәндә, ҡыҙҙарым Элина һәм Эльвина менән тик туған телебеҙҙә генә аралаштыҡ”, - тип сәләм еткерҙе Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы.
Фото Гөлнара Байназарова сәхифәһенән. Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды https://bash.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/
Читайте нас: