+2 °С
Ҡар
Подписаться на Я.Новости
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 15:30
АУДИОКИТАП БАРЫҺЫ ӨСӨН ДӘ КӘРӘК ҺӘМ УҢАЙЛЫ
Башҡорт теле көнө айҡанлы баш ҡаланың "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә ойошторолған байрамда audiokitap.ru сайтында урынлашҡан аудиокитаптың презентацияһы ла булды.
Башҡорт теле көнө айҡанлы баш ҡаланың "Башҡортостан" лайфстайл үҙәгендә ойошторолған байрамда audiokitap.ru сайтында урынлашҡан аудиокитаптың презентацияһы ла булды.
Был изге эште Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусылары һәм студенттары башҡарған. Ошо хаҡта проекттың етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова лайфстайлдағы сарала сығыш яһаны, проект тамамланһа ла, эштең дауам итеүен белдерҙе. Әлеге ваҡытта үрҙә телгә алынған сайтта 106 башҡорт баҫмаһы менән танышырға мөмкин, уны бушлай тыңларға, йә яҙҙырып алырға ла була. Төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәр башҡорт һәм рус телдәрендә яңғырай.
Уҡый йортоноң уҡытыусылары әҙерләгән “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” проекты былтыр Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булған.
– Бөгөнгө байрам – башҡорт теле көнөн билдәләү буйынса ойошторолған мәртәбәле сара. Йәш быуынға патриотик һәм рухи-мәҙәни тәрбиә биреү, башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса беҙҙең уҡыу йортонда маҡсатлы эштәр алып барыла. Студенттарыбыҙҙың күбеһе Урал аръяғы райондарынан һәм уларҙың 90 проценты – башҡорттар. Шуға беҙҙәге аралашыу ҙа, нигеҙҙә, башҡортса. Бөтә факультеттарҙа ла, студенттарҙың ниндәй йүнәлештә белем алыуына ҡарамаҫтан, башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыла.
Аудиояҙмаларға килгәндә, уны кеҫә телефонына йә иһә планшетҡа күсерергә була, проекттың сайты телефон аша ҡулланыу өсөн ҡулайлаштырылған, сайт ябай һәм аңлайышлы. Был мәктәп уҡыусылары өсөн дә, өлкән йәштәге кешеләр өсөн дә уңайлы.
Автор фотолары.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы