Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 16:20

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ: 14 ДЕКАБРҘӘ ӨФӨЛӘ ҠАЙҘА БАРЫРҒА

Башҡорт теле көнөнөң төп саралары 14 декабрҙә үткәрелә. Көнө буйына Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡорт теле көнөнә арналған телемарафон була. «Юлдаш» радиоканалында репортаждар, радиоуйындар, викториналар циклы әҙерләнә. Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә мәғлүмәт-мәғрифәтселек саралары ойошторола.

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Быйыл дата Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров указы менән рәсми раҫланды.
Башҡорт теле көнөнөң төп саралары 14 декабрҙә үткәрелә. Көнө буйына Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡорт теле көнөнә арналған телемарафон була. «Юлдаш» радиоканалында репортаждар, радиоуйындар, викториналар циклы әҙерләнә.
Иртәнге 10 тула 15 минутта Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында – башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу.
Сәғәт 10-да Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе.
Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә мәғлүмәт-мәғрифәтселек саралары ойошторола. «Мега»ла, «Ультра»ла, «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә йәмәғәтселек проекты планлаштырылған. Башҡорт бейеүе дәрестәрен, Башҡортостан башлығы гранттарына тормошҡа ашырылған проекттарҙың һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталарҙың презентацияһын ҡарарға мөмкин. Байрам концертында башҡорт КВН командаларының, этно- һәм рок-төркөмдәрҙең сығышы көтөлә, балалар өсөн «Балалар театры» майҙансығы ойошторола.
Сәғәт 2-нән 5-кә тиклем «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә — «Ҡурай» телеканалының «Башҡортса караоке», «Тамыр» телекомпанияһының «Нурбостан», «Китап» нәшриәтенең «Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫ китапханалары» проекттары менән таныштырыу.
«Беҙ «Башҡортса караоке» телешоуын тәҡдим итәбеҙ. Экранда уның кадрҙарын күрһәтергә, шулай уҡ тамашасылар менән интерактив ойошторорға уйлайбыҙ. Йондоҙҙар менән бергә йырлап, «Ҡурай» каналынан ҡиммәтле бүләктәр алырға мөмкин», — тип һөйләне «Ҡурай» телеканалы директоры Рита Өмөтбаева.
Сәғәт 2-нән 5-кә ҡәҙәр «УЛЬТРА» сауҙа үҙәгендә — «Аҡбуҙат» балалар журналы «Урал батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы» презентацияһын әҙерләй.
Сәғәт 2-нән 5-кә тиклем «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә — Республика һуҡырҙар өсөн китапхананың башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәре аудиокитабының презентацияһы. Башҡортостан Автономияһының беренсе баҫма органы – «Башҡорт» гәзитенең (факсимиль баҫма) презентацияһын «Башҡортостан» гәзите әҙерләй.
Киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында — «Байыҡ-2019» гала-концерты (сәсәндәр ярышы).
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» хәбәр итеүенсә, 14 декабрҙә акцияға «Үҙәк» сауҙа-сервис комплексы ла ҡушыла. Иртәнге сәғәт 10-да өсөнсө ҡатта программа башлана, уның барышында — Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистарынан башҡорт бейеүе элементтарына өйрәнеү; «Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһы оҫтабикәләренән ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейеме биҙәүестәрен (селтәр, тамбур сигеүе) эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Теләгәндәр ҡурайға һәм баянға ҡушылып, «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡара, халыҡ уйындарында һәм бейеүҙәрендә ҡатнаша ала. Акцияла ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Белешмә. Башҡорт теле көнө йыл һайын бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башланғысы менән 2016 йылдан алып Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Быйыл йәй Өфөлә үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында республика башлығы Радий Хәбиров форум делегаттарының Башҡорт теле көнөн йыл да ойошторорға кәрәк тигән тәҡдимен хупланы.
Читайте нас: