-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Подписаться на Я.Новости
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 14:00
БАШҠОРТ АВТОРҘАРЫНЫҢ 100 КИТАБЫН УҠЫРҒА КӘҢӘШ БИРӘЛӘР
Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр. “Таң” гәзите лә был сараға ҡушыла.
Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
«Республикабыҙ әҙәби традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бай, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Яҙыусылар берләшмәһендә яңы исемдәр барлыҡҡа килә, заманса хикәйәләр, повестар һәм романдар, шиғри йыйынтыҡтар донъя күрә. Авторҙар менән ижади осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнашырға, баһа бирергә, фекер алышырға кәрәк. Иң мөһиме, халыҡ күберәк уҡый башлаһын ине».
Уҡырға тәҡдим ителгән китаптар исемлеге менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтында йәки
https://tanrb.rbsmi.ru/news/SPISOK-100-KNIG-BAShKIRSKIH-PISATELEY-REKOMENDOVANNIH-K-PROChTENIYu-32395/
ссылкаһы буйынса инеп танышырға мөмкин.
“Таң” гәзите лә был сараға ҡушыла. “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә проект тураһында даими яҙып барасаҡбыҙ. Унда һеҙҙән килгән хаттарҙы баҫтырасаҡбыҙ. Ниндәй китап уҡынығыҙ, шул турала үҙ тәьҫораттарығыҙ менән беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ!
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?