Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 18:50

1 ҒИНУАРҘАН БАШҠОРТОСТАНДА БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ӨСӨН АТА-ӘСӘ ТҮЛӘҮЕ АРТА

2020 йылдың 1 ғинуарынан ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1677 һумға тиклем арта. Республика Мәғариф министрлығының тейешле бойороғо 9 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

«Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында баланы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн айына ата-әсә түләүенең уртаса күләмен билдәләргә», — тиелә документта.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бер йыл элек 2019 йылға мәктәпкәсә учреждениеларҙа баланы ҡараған һәм тәрбиәләгән өсөн ата-әсә түләүенең уртаса күләме 1617 һум тип билдәләнгәйне.
Читайте нас: