Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 12:00

Республикабыҙ программисы TEDx конференцияһында һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар өсөн мессенджер менән таныштырҙы

Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге көндә Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары университетының икенсе курсында уҡып йөрөгән Артур Шәйхатаров абруйлы TEDx халыҡ-ара конференцияһында үҙенең асышы – һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар өсөн мессенджеры менән таныштырҙы.

Артур Өфөнөң 42-се лицейында уҡыған сағында уҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн ҡушымта өҫтөндә эшләй башлаған, «Башинформ» йәш программист тураһында яҙғайны.
Программа ғәҙәти телефон һәм смарт-сәғәт ярҙамында хәбәрҙәр менән алмашырға мөмкинлек бирә. Хәбәрҙең тексы Морзе әлифбаһы менән сәғәткә күсерелә, ә яуап нөктә-тире рәүешендә гаджет экранына сыға.
Белгестәр һүҙҙәренсә, был проект мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәмғиәткә берләшергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Артур ошо проект менән Рәсәйҙә иң абруйлы үҫмерҙәр гранттарының береһен отҡан.
«Ә бөгөн «башҡорт Цукерберг»ының асышы хаҡында бөтә донъя белде. Артур уның менән TEDx халыҡ-ара конференцияһында таныштырҙы, — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Тамашасылар уға көслө алҡыштар менән рәхмәт белдерҙе».
Республика етәксеһе, юғары уҡыу йортон тамамлағас, талантлы программисты Өфөлә көтөүҙәрен дә өҫтәне.
Читайте нас: