Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 12:43

Руль арты эскән кешеләр урыны түгел

5 ноябрҙә Белорет район судының Иҫке Собханғолдан даими ҡатнашлығы Әбделмәмбәт ауылының 28 йәшлек гражданына ҡарата иҫерек килеш автомобиль йөрөткән өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.

5 ноябрҙә Белорет район судының Иҫке Собханғолдан даими ҡатнашлығы Әбделмәмбәт ауылының 28 йәшлек гражданына ҡарата иҫерек килеш автомобиль йөрөткән өсөн хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ошо уҡ йылдың 1 июлендә был кеше административ хоҡуҡ боҙған өсөн РФ КоАП-ының 12.8 статьяһының 3-сө бүлеге нигеҙендә (транспорт средствоһы менән иҫерек килеш һәм транспорт средствоһы менән идара итеүгә хоҡуғы булмаған килеш йәки транспорт средствоһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән килеш идара итеү) административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Уға 1 йыл да 6 айға автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән бергә 30 000 һум күләмендә штраф рәүешендә яза тәғәйенләнгән булған.
Ләкин ошо уҡ йылдың 8 авгусында хоҡуҡ боҙоусы йәнә иҫерек килеш ВАЗ 21074 маркалы автомобилдең руле артына ултырған һәм шул рәүешле юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған.
Артабан инде был кешегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса (транспорт средствоһы менән эскән килеш идара иткән өсөн административ язаға тарттырылған кешенең эскән килеш ҡабатлап автомобиль менән идара итеүе) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ағымдағы йылдың 18 сентябрендә енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
5 ноябрҙә суд материалдарҙы ҡарап, гражданинды РФ енәйәт кодексының 264.1 статьяһында ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепле тип тапты һәм автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан 2 йылға мәхрүм итеп, 260 сәғәтлек мәжбүри эштәргә йәлеп итеү рәүешендә яза билдәләне.
Әле хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән.
2019 йылдың башынан алып Бөрйән районында йәшәүсе 8 кеше эскән килеш ҡабатлап руль артына ултырған өсөн төрлө язаларға дусар ителгән.
Һәр кем аңлаһын ине – енәйәт ҡылыусы мотлаҡ язаһын күрәсәк – РФ ҡануниәтендә билдәләнгән яуаплылыҡты үтәйәсәк. Шуға бәйле район прокуратураһы тағы бер тапҡыр иҫкәртә: водителдәргә эскән килеш автомобиль менән идара итеү тыйыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай енәйәт өсөн закон тарафынан 200 мең һумдан 300 мең һумға тиклем штраф, 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, мәжбүри эштәр йәки 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә язалар, был язаларға өҫтәп 3 йылға тиклем автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған.
Эскән килеш руль артына ултырған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған һәм ул был кешенең үҙенең генә түгел, балаларының, яҡын туғандарының яҙмышына йоғонто яһауы ихтимал. Сөнки дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлашҡанда хөкөм ителеү-ителмәү иҫәпкә алына.
Читайте нас: