Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 16:00

Һалымдар тураһында иң күп осраған һорауҙарға яуаптар

Һалым инспекцияһында физик шәхестәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үтте. Халыҡтан иң йыш яңғыраған һорауҙарҙы һәм уларға яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итергә булдыҡ.

Һалым инспекцияһында физик шәхестәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө үтте. Халыҡтан иң йыш яңғыраған һорауҙарҙы һәм уларға яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итергә булдыҡ.
- 2018 йылдың башында автомобилемде һаттым, ә быйыл уға һалым буйынса иҫкәртмә килде.
- Автомобилде, өйҙө, ер участкаһын йәки башҡа мөлкәтегеҙҙе 2018 йылда һатһағыҙ, һалым уларҙы тотонған ваҡытығыҙға (айҙарға) ҡарап иҫәпләнә. Уның өсөн һалымды 2019 йылдың 2 декабренә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк.
Ҡайһы берәүҙәр машина һатҡанды һатыу-алыу килешеүе төҙөһәң етте, тип иҫәпләй. Был дөрөҫ түгел. Машина һеҙҙең исемдә тора икән, уның өсөн һалым киләсәк.
- Бәлиғ булмаған балалар мөлкәт өсөн һалым түләргә тейешме?
-Эйе. Һалым ҡануниәте положениеһы, мөлкәт һалымдарын иҫәпләү һәм түләү өлөшөндә, йәштәренә ҡарамай, бөтә физик берәмектәргә ҡарата ла ҡулланыла. Шул иҫәптән бәлиғ булмағандарға ҡарата ла.
Шул уҡ ваҡытта бәлиғ булмаған бала һалымға бәйле хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙә вәкиле аша ҡатнаша. Уның ата-әсәләре, уллыҡҡа алыусылары, опекундары баланың күсемһеҙ милке менән идара итә. Шул иҫәптән һалымдарҙы алынған һалым иҫкәрмәһе нигеҙендә түләйҙәр.
- Мин пенсионер, ни өсөн миңә баҡса участкаһы өсөн һалым ҡағыҙы килтерҙеләр икән?
- Пенсионерҙарға ер һалымы бер ер участкаһына 6 сутыйға тиклем кәметелә. Һеҙҙең ҡарамаҡта ике ер участкаһы тора: баҡсаныҡы һәм гараждыҡы. Һеҙҙең осраҡта льгота гараж өсөн бүленгән ер участкаһына бирелгән, ә баҡса өсөн тәғәйенләнгән участка өсөн һалым түләргә тура килә.
- Һалым уведомление-һында гараж аҫтындағы ер участкаһы күрһәтелмәгән.
-Быйылғы һалым иҫкәрмәләрендә тулы күләмендә льгота бирелгән объекттар юҡ.
-Әгәр гаражға тип бүленгән участка 2 сутый икән, ҡалған 4 сутыйына башҡа участокка льгота алырға мөмкинме?
-Юҡ, һалым ташламаһы (льгота) максималь иҫәпләнгән һалым суммаһы менән бер ер участкаһына ҡарата ғына бирелә, ә һалым түләүсе ҡарамағындағы 6 сутый дөйөм ергә түгел.
- Әгәр ҙә ғаиләләге өс баланың береһенә 20 йәш икән, ғаилә һалым буйынса льгота менән файҙалана аламы?
- Юҡ. Сөнки ғаиләлә 18 йәшкә тиклемге өсәүҙән дә әҙ бәлиғ булмаған бала булғанда ғына ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә.
- Ни өсөн минең двигателе 100 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтҡә эйә ике еңел автомобилемә һалым төрлөсә иҫәпләнгән: берәүһенә – 900 һум, икенсеһенә – 1875 һум?
-Транспорт һалымын иҫәпләгәндә двигателе 100 ат көсөнә тиклемге ҡеүәткә эйә еңел автомобилгә һалым ставкаһы 2018 йылда бер ат көсөнә 25 һум иҫәбенән сығып иҫәпләнгән. Шул уҡ ваҡытта физик шәхестәрҙең һалым түләүселәренә бер автомобилгә ат көсөнә 10 һум күләмендә льготалы һалым ставкаһы ҡаралған. Шулай итеп, һеҙҙең бер автомобилегеҙгә һалым бер ат көсө иҫәбенә 10 һумдан, икенсе машинағыҙға бер ат көсөнә 25 һумдан сығып иҫәпләнгән.
- Мин хеҙмәт ветераны. Минең 97 ат көсөнә һәм 80 ат көсөнә эйә ике автомобилем бар. Транспортҡа льготам булыуын иҫәпкә алғанда, миңә һалым нисек иҫәпләнә?
-Ветеран булараҡ, һеҙгә бер автомобилегеҙ өсөн льгота бирелә (двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге бер автомобилгә), ә икенсеһенә һалым кәметелгән һалым ставкаһы менән иҫәпләнә. Икенсе төрлө әйткәндә, 97 ат көсөнә эйә двигателле автомобилегеҙ өсөн һалым түләмәйһегеҙ, ә 80 ат көсөнә эйә автомашинағыҙ өсөн бер ат көсөнә 10 һум иҫәбенән һалым түләйһегеҙ (бер ат көсөнә 25 һум урынына).
- Мин һалым түләүсенең шәхси кабинеты менән йылдан артыҡ файҙаланманым. Минең паролем блокировкаланамы?
- Юҡ, әгәр теркәлгән көндән алып 30 көн эсендә тәүге паролегеҙҙе алыштырһағыҙ, артабан паролде үҙгәртеү талап ителмәй һәм ниндәй арауыҡ менән файҙаланһағыҙ ҙа шәхси кабинет блокировкаланмай. Әгәр ҙә һеҙ паролегеҙҙе онотҡанһығыҙ икән, теләгән бер инспекцияла йәки күп функциялы үҙәктә (МФЦ) уны тергеҙергә мөмкин. Бары тик шәхесегеҙҙе раҫлаусы документ (паспорт) ҡына кәрәк була.
- Беҙҙең ғаиләлә өс бала, беҙ транспортҡа льгота менән файҙалана алабыҙмы?
- Льгота менән күп балалы ғаилә башлыҡтарының береһе файҙалана ала. Льгота двигателе 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәткә эйә бер еңел автомобилгә һәм двигателе 125 ат көсөнә тиклемге ҡеүәткә эйә бер автобусҡа бирелә.
Читайте нас: