Йыш ҡына, “бынау ауыр заманда”, тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Шулай уҡ ауырмы һуң ул заман?
...Күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә һуғыш йылдары балаһы Ләлә апай Заманованың шул осор тураһында яҙғандарын компьютерҙа йыйып ултырам. Сыҙағас сыҙай икән шул бәндә тигәнең...
...Өләсәйем ут янып бөткәс, ҡуҙҙарын, тере килеш һаҡланһындар тип, көл менән күмеп ҡуя торғайны. Ҡайһы берҙә ҡуҙҙар һүнә лә ҡуя шул. Ул көнө болғап ҡараһа ла, тере ҡуҙ тапманы. Сөнки әсәйем сыуалдың көлөн алған булған икән. Эй, ошо киленде, ул көлдө ҡайҙа ҡуйҙы икән, тип көлдө эҙләп сығып китте өләсәй. Әмәлгә ҡалғандай, әсәйем һөмһөрө ҡойолоп ҡайтып инде. Өләсәй, килен, теге көлдө ҡайҙа түктең, тип һораны. Нишләп, тип һорауға һорау менән яуап бирҙе әсәйем. “Шырпы булмағас, ҡуҙҙы көлгө күмеп һаҡлап йәшәйем бит. Йәнә балаларҙың, үҙемдең күлдәк-ыштанды, һабын булмағас, шул көлдө ҡайнатып, көл тоноғо ҡушып йыуам да инде”, тине.
...Өйҙәге эштәр өләсәй елкәһендә. Ул киндер ҙә һуҡты. Ул киндер беҙҙең баҡсала ла күп үҫте. Орлоғо бешкәс, һуғып алып, ҡыҙҙырып, төйә һәм йомарлап алып, сәй эскәндә беҙгә балғалаҡ башындай ғына итеп тәмләргә бирә ине. Уның тәмлелеге! Майлы ғына була торғайны.
Ә йолҡоп алған киндеренән еп иләп, туҡыма эшләй. Беҙҙең тапҡырҙа ғына Һәүәнәк буйында еректәр үҫте. Шул еректәр араһында бер күл булды. Теге киндерҙе ҡустыларым менән көс еткән тиклем күтәреп алып барып күл эргәһенә һалабыҙ. Өләсәй тегеләрҙе көлтә-көлтә итеп бәйләп күл төбөнә серетергә һала. Өҫтөн ауыр таштар менән баҫырып ҡуя. Ул бер ай серей. Шунан һуң күлдән алып, теге көлтәләрҙе еректәргә таратып һөйәп ҡуя. Улар кипкәс, Хәсән ҡустым менән кире Һәүәнәк аша өйгә ташыйбыҙ. Өләсәй уларҙы үҙебеҙҙең талҡыла талҡый ҙа, шунан һуң килелә төйөп, ҡағып, иләй торғайны. Унан киндер һуғып, беҙгә күлдәк-ыштан әтмәләп бирә. Яҡшыһын еп итеп иләй, ҡайһыныһын иләп-һуғып, киндерҙәрен йөкләп Темәскә баҙарға алып барып һата йәки берәй ризыҡҡа алыштыра ине өләсәй. Бөтә маҡсаты – беҙҙе аслыҡтан үлтермәү инде. Йәйгеһен урманға барып ҡымыҙлыҡ, бәпкә-фәлән йөкләп алып ҡайтып, өйрә бешереп ашата...
Өләсәй Темәс баҙарынан арыш йә һоло ярмаһы алып ҡайтыр ине. Уныһы ла күп түгел инде.
Беҙгә ҡаршы юл аша ғына йәшәгән Фатима апайҙарҙың ҡул тирмәне булды. Шуны алып тороп, өләсәй төндә генә тарта ла, иртәнсәк инде тирмән тәгәрмәстәрен берәмләп йөкләп алып барып та бирә ине. Тартҡан ғына ононоң эрерәгенән беҙгә шыйыҡ ҡына өйрә бешереп ашата, ә ононан сыуалда көлсә бешерә. Шунан бысаҡ кенән самалап ҡырҡып ҡына беҙҙең алға теҙеп сыға. Туйғансы ашарлыҡ түгел инде. Сәйҙе күберәк эсегеҙ, икмәкте әҙләп кенә тешләгеҙ, тигән була. Уныһы ла һөтһөҙ үлән сәйе.
...Төшкө ашҡа саҡырған ҡыҙыма ошо мәҡәлә тураһында һөйләй-һөйләй сәй эсәбеҙ. “Уй, балаҡайым, бөгөнгө, киләсәк быуынға күрергә яҙмаһын ундай хәлдәрҙе. Әпилсин ашап үҫкән балалар түҙмәй ҡуйыр”, тейем. Ҡыҙым, йәшкә тулышҡан күҙҙәрен йәшерә биреп:
- Эйе, әсәй, күптәре үҙҙәренә ҡул һалып бөтөр ине. Һуғыш алдынан да кеше шул һуғыш мәлендәгенән ныҡ артыҡ һәйбәт йәшәмәгән бит, шуға түҙгәндәр инде... - тип ҡуйҙы.
Эйе, һуғыш яугирҙәренең, тол ҡатындарҙың, балаларының һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ шул. Ә беҙ “заман ауыр” тигән булабыҙ. Бөгөн бит бөтәһе лә бар. Тик елкәң генә булһын. Нәфсебеҙ генә ауырая бара, ахыры...