Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 13:36

“РОССТАТ” 2020 ЙЫЛДА ҮТКӘРЕЛӘСӘК БӨТӘ РӘСӘЙ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУҘЫҢ ЛОГОТИБЫН (ЭМБЛЕМАҺЫН) РӘСМИ СИМВОЛ БУЛАРАҠ РАҪЛАНЫ

Белгестәр билдәләүенсә, логотип сараның дөйөм милли күләмен, Рәсәй халҡының милли берҙәмлеге тураһындағы идеяны сағылдыра.

Белгестәр билдәләүенсә, логотип сараның дөйөм милли күләмен, Рәсәй халҡының милли берҙәмлеге тураһындағы идеяны сағылдыра.
Был идея география фәнендә дөйөм ҡабул ителгән дүрт төҫ ярҙамында асыла. Күк төҫ – диңгеҙҙәрҙе, ҡыҙыл – таулы урындарҙы, һары – дала киңлектәрен, йәшел урмандарҙы аңлата.
Етәкләшкән дүрт кеше силуэты атай, әсәй, ул һәм ҡыҙ булған ғаиләнең классик символы булып тора.
Текст иһә логотипҡа рәсми төҫ бирә. Эмблеманың аҫҡы өлөшөндәге “2020” һандары халыҡ иҫәбен алыу үткәрелгән йылды һәм бер-береһе менән мәғлүмәт уртаҡлашҡан кешеләрҙе (”ике” һаны – ике кешенең башын һәм “нуль” һаны – диалог тәҙрәһен) сағылдыра.
Читайте нас: