Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 11:25

Радий Хәбиров: Беҙ онкология сирҙәрен иртә асыҡлаған өсөн табиптарҙы дәртләндереүҙе дауам итербеҙ

Кисә «Йоматау» шифаханаһында «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһе табиптарға «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары, шулай уҡ онкология ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлаған өсөн сертификаттар тапшырыу тантанаһынан башланды.

Кисә «Йоматау» шифаханаһында «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһе табиптарға «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары, шулай уҡ онкология ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлаған өсөн сертификаттар тапшырыу тантанаһынан башланды.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы терапевы Әлфиә Әлимғолова, Асҡын үҙәк район дауаханаһының участка терапевы Гөлназ Ғаббасова, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы педиатры Олег Гарейшин Башҡортостан етәксеһе ҡулынан бер миллион һумлыҡ аҡсалата сертификаттар алды. «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашҡан бер нисә фельдшер 500 мең һумлыҡ сертификаттарға эйә булды.
Шулай уҡ онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә 5 мең һум күләмендә премия тапшырылды.
Ошо программаны финанслау киләһе йылда ла дауам итер, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Федераль власть органдарындағы коллегаларым бына нисә тапҡыр инде миңә ҙур ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу менән ошо программа тураһында һөйләй. Ул бик мөһим бурысты башҡара — кеше ғүмерен ҡотҡара. Һуңынан яман шеш менән сирләгәндәрҙе ауыр дауалауға миллиондарса һум аҡса түккәнсе, беҙ иртә стадияла уҡ табиптарға 5 мең һум түләйбеҙ», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров хәҙер төбәктәрҙең ил президенты Владимир Путиндың йөкләмәһенән һуң федераль хөкүмәттең беренсел медицина звеноһына булышлыҡ итеү буйынса бер нисә ҡарарын көтөүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, Рәсәй хөкүмәте премьер-министры ҡул ҡуйған бойороҡ бар. Ә киләһе йылғы федераль бюджетҡа беренсел звено табиптарының эш хаҡын арттырыу өсөн 50 миллиард һум һалына.
Читайте нас: