Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 14:03

Асыҡ дәрестәр үтте.

Бөгөн Иҫке Собханғол мәктәбендә 10-сы кластар өсөн халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтте.

1612 йылдың 4 ноябрендә Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ғәскәре поляк баҫҡынсыларын Мәскәүҙән ҡыуып сығара. Ошо осорҙан Рәсәй тарихында яңы үҫеш дәүере башлана. Байрам Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың уртаҡ тарихи яҙмышын һәм берҙәм киләсәген сағылдыра. 4 ноябрь 1649 йылдан Рәсәй императоры фарманы менән байрам булараҡ билдәләнә, революциянан һуң бөтөрөлә. 2005 йылдан ил президенты указы менән тергеҙелә.
Бөгөн Иҫке Собханғол мәктәбендә 10-сы кластар өсөн халыҡ берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтте. Дәрестәр патриотизм, тыуған илгә, күп милләтле Рәсәйҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо.
10 “Б” класында Р. Сәғитованың дәресендә уҡыусыларға Рәсәй тарихы тураһында мәғлүмәт бирелде, уҡыусылар үҙҙәре сығыш яһанылар, дәрес аҙағында викторина ойошторолдо. “Илдең тарихын белергә, байрамды ҡәҙерләргә кәрәк”, тигән һығымтаға килде уҡыусылар.
10 “А” класында Х. Вәлиуллина етәкселегендәге дәрестә Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеүҙәре, байрам ҡайҙан килеп сығыуы тураһында әңгәмә ҡорҙолар. Берҙәмлек нимәне аңлата, тигән һорауға үҙ фекерҙәрен белдерҙеләр. Дәрес аҙағында кроссворд систеләр, һүрәт эшләнеләр һәм О. Газмановтың Рәсәйгә бағышланған йырын башҡарҙылар.
Дәрестә күҙәтеүсе булып ултырыусы социаль педагог Ә. Кәбирова әйтеүенсә, дәрес үҙ маҡсатына иреште, балалар Рәсәйҙең ҡанлы тарихының тағы бер битен астылар. 1612 йылғы ваҡиғалар беҙҙең тыуған ил тарихы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, ул тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй.
10 “Г” класында Рәсәй тарихынан тыш Башҡортостан тарихы, башҡорттар тураһында ла әңгәмә ҡорҙолар. Сөнки был болғансыҡ замандарҙа Башҡортостан яугирҙәренең дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Башҡортостандың, халыҡ шағиры М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы төрлө һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Фильмдан өҙөктәр ҡаранылар.
10 “В” класында Рәсәй халҡының батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында уҡыусылар сығыштарында һөйләнеләр. Ябай булмаған, ауыр һынауҙар осоронда Рәсәй халҡы Ватаныбыҙҙы һаҡлап алып ҡалған. Быуаттар дауамында Башҡортостан халҡының һәр саҡ Рәсәй менән бергә булған. Барлыҡ дәрестәр презентация менән бергә алып барылды.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: