Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 13:17

Дуҫлыҡ, татыулыҡты сағылдырған тамаша

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Тарих биттәре” марафоны әленән-әле Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһен дер һелкетә, зал тултырып тамашасы йыя, уларҙы сағыу сығыштар менән ҡыуандыра, оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән яҡташтарҙы бер ҡорға туплай. Сират Мәсетле районына ла етте.

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Тарих биттәре” марафоны әленән-әле Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһен дер һелкетә, зал тултырып тамашасы йыя, уларҙы сағыу сығыштар менән ҡыуандыра, оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән яҡташтарҙы бер ҡорға туплай. Сират Мәсетле районына ла етте.

Был районда күп милләтле халыҡ йәшәгәне филармония фойеһында уҡ бай күргәҙмә арҡылы күренеп тора ине. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ла төрлө милли кейемдәр кейеп ҡаршы алды мәсетлеләр. Бауырһаҡ, ҡымыҙ, икмәк-тоҙҙан ауыҙ иткәс, барыһы ла тамаша залына уҙҙы.

Концерт алдынан “Мәсетленең тарих биттәре” тигән кинохроника тәҡдим ителде. Унда райондың үт­кәне һәм бөгөнгөһө, данлыҡлы шә­хестәре, ҡаҙаныштары барланды.

Һәр башҡорт йыйыны элек-элек­тән “Урал” йыры менән башланыр бул­ған. Борондан килгән был изге йо­лаға хыянат итмәй мәсетлеләр, йыр-моңдар теҙмәһе халҡыбыҙҙың тап ошо гимны менән башланып китте.

Артабан сәхнә түрен “Ҡамсат бүрек”, “Алтынҡай” бейеүҙәре менән “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы биҙәне.

Батырыбыҙ Салауат Юлаевтың из­ге исеме иҫкә алынмаған бер байрам да юҡтыр. “Ай-һай, Салауат!” йы­ры менән Мәсетле район мәҙә­ниәт һарайының ирҙәр вокаль ансамбле тамашаны күҙәтеп ултырған һәр йөрәккә дәрт өҫтәне, уларҙың көс­лө тауыштарынан йөрәк елкенде.

Мәсетле районында күп милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәүе ха­ҡында үрҙә телгә алып үткәйнек ин­де. “Каблучок”, “Әй” коллективтары тамашасыларға рус халыҡ бе­йеү­ҙә­рен тәҡдим итте. Әйткәндәй, “Әй” халыҡ бейеү ансамбле хаҡында оҙаҡ һөйләргә була, был ижади төр­көмдөң һәр сығышы һөнәриҙәрҙән бер ере менән дә ҡайтыш түгел, улар үҙҙәренең оҫталығы, дәрт-осҡондары менән әсир итә.

“Тарих биттәре” марафонында, исеменән үк күренеп тороуынса, һәр район Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге тарихи ваҡиғалар сик­тәрендә үҙ яҙмышын күҙҙән үткәрә. Мәсетлеләр коммунарҙарға йыр арнауы, “Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары” бе­йеүе, ауылдағы уйындарҙы сәхнә­ләштереүе арҡылы һуғышҡа тиклемге тормошто һүрәтләһә, Бө­йөк Ватан һуғышы мәлдәрен “Әсә зары”, “Ел, ерәнем” кеүек йырҙар, “Тол ҡа­тындар”, “Көт мине” кеүек бе­йеүҙәр аша асып бирҙе. Һәр композициянан йөрәк тетрәнде, сәхнә­ләге һәр сығыш барышында шул йылдарҙың шаңдауы ишетелгәндәй ине.

Сағыу тамашалар араһында нәфис һүҙгә лә иғтибар бүленгән – Энгель Ғәлиәкбәров Рәми Ғарипов­тың “Башҡортостан” шиғырын күңелгә үтерлек итеп уҡыны.

Был тамаша Мәсетле районы халҡының төрлө ижади төркөмдәргә, йыр, бейеү, фольклор коллективтарына бай булыуын иҫбатланы – үрҙә һанап үтелгәндәрҙән тыш, “Елань” рус йырҙары, “Услада” ҡалаҡсылар, “Ауаз” ҡурайсылар, “Әй һылыуҙары”, “Иҙел” вокаль ансамблдәре, “Аҡ тирәк” фольклор коллективы, “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле сиктәрендә сығыш яһаған балалар музыка мәктәбе уҡыу­сылары байрамға йәм өҫтәне.

Мәсетле районы башҡорт мәҙә­ниәтенә Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсы­һы, мультиинструменталист Миңле­ғәфүр Зәйнетдиновты бүләк иткән. Ғөмүмән, Зәйнетдиновтар династия­һын­дағы һәр кем – оло йәштә­ге­ләренән алып кеселәренә тиклем музыкаль һәләттәре менән һоҡлан­дыра. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов “Мираҫ” ғаилә ҡумыҙсылар ансамбле менән яҡташтарына ғәжәйеп сығыш бүләк итте.

Быларҙан тыш, мәсетлеләр Баш­ҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсы­ғыш башҡорттарының милли кейем­дәре менән дефиле ла ойошторған. Һәр береһенең үҙенә генә күрә айырым биҙәге, тегеү сере әсир итте.

“Тарих биттәре” марафоны сик­тәрендә Мәсетле районы сәхнә оҫта­лары тарафынан ойошторолған сағыу байрамға был төбәктең почетлы граждандары, хеҙмәт ветерандары, атҡаҙанған эшселәренән тыш, Башҡортостандың мәҙәниәт ми­нистры урынбаҫары Ранис Ал­тын­баев, Башҡортостан Башлығы ида­ралығының урындағы үҙида­ра органдары буйынса эштәр бүле­генең баш кәңәшсеһе Ирек Ғәлиәк­бәров, Мәсетле район хаки­миәте баш­­лығы Әнис Әсәҙуллин һәм баш­ҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.

Ихлас дуҫлыҡ, милләт-ара татыу­лыҡты сағылдырған тамаша менән филармония сәхнәһен биҙәп, үҙҙә­рен тарих биттәренә яҙҙы мәсет­леләр, бынан тыш, ундағы күпселек халыҡтың йыр-моңға, бейеүгә һәләтле икәненә инанды концертты ҡараған һәр кем.
Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Читайте нас: