Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 11:54

Цифра мөмкинлектәре

14 октябрҙән алып Башҡортостанда аналог сигналы һүндерелә башланы. Телевизорҙарҙа тапшырыуҙар урынына мәғлүмәти видеороликтар күрһәтелә. Уларҙа цифралы телевидениеға күсеү юлдары аңлатыла һәм ҡыҙыу линияның телефондары күрһәтелә.

Башҡортостанда аналог тапшырыуҙар туҡтатылып цифраға күсеү башланды. Телевизорҙарын цифрлы приставкаға тоташтырып өлгөрмәгәндәргә экранда мәғлүмәти ролик күрһәтелә. Унда республиканың ни өсөн цифраға күсеүе, цифраға күсеү өсөн телевизор ҡараусыларға нимә эшләргә кәрәклеге бәйән ителә. 14 октябрҙән алып Башҡортостанда аналог сигналы һүндерелә башланы. Телевизорҙарҙа тапшырыуҙар урынына мәғлүмәти видеороликтар күрһәтелә. Уларҙа цифралы телевидениеға күсеү юлдары аңлатыла һәм ҡыҙыу линияның телефондары күрһәтелә. 23 сентябрҙә үҙ эшен башлаған шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге хәҙер тәүлек әйләнәһенә эшләй. Көнөнә яҡынса 300-гә яҡын шылтыратыу килә, төп һорауҙарҙың береһе телевизорҙарҙы дөрөҫ көйләүгә бәйле, ти операторҙар. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге етәксеһе Денис Аллағолов билдәләүенсә, ҡыҙыу линия үҙәге бер аҙна дауамында тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 8 (800) 347-00-55 һандарын йыйып, шылтыратырға мөмкин. Ошо айырым ҡатлам граждандарға ярҙамға ирекмәндәр килә. Ҡыҙыу линия аша ғариза ҡалдырғандан һуң, улар өйгә килеп техниканы көйләп, бар нескәлектәре менән таныштыра. Үҙенең оҫта ҡулдары менән Альфред Миңнулла улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә телевизорҙы цифралы сигналға көйләй. Ирекмән үҙ теләге менән бер ай элек кенә был эшкә ҡушылһа ла, нескәлектәрен яҡшы аңлай, приставкаларҙың, телевизорҙарҙың төрҙәрен дә өйрәнеп өлгөргән.Альфред Миңнулла улы Өфөнөң Ленин районы өсөн яуаплы. Ул ғаризалар килгән адрестар буйынса йөрөп, техниканы көйләп кенә ҡалмай, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара. Ирекмән әйтеүенсә, цифралы телевидениеға күскәндән һуң, һәр кем ҡәнәғәт ҡала. Был йорт хужаһы ла аналогка ҡарағанда һанлы сигнал күпкә яҡшыраҡ, ти.Цифралы телевиденияға һәр теләүсе күсә ала. Быны бер-нисә ысул менән эшләргә мөмкин. Әгәрҙә телевизор 2012 йылдан һуң сығарылған икән, ҡулланыусыға ни бары антенна алырға ғына кәрәк.
Әгәр ҙә 2012 йылдан иртәрәк икән, тимәк махсус приставка йәки спутник ҡоролмалары талап ителә. Приставкаларҙы һәр көнкүреш техника магазиндарында йәки почта кибеттәрендә табырға була. Әйткәндәй, Башҡортостан цифралы телевидениеға күсеү уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса айырым ҡатламлы граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше — пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр. Улар өсөн цифралы телевидениены ҡарарға мөмкинлек биргән приставка алыу һәм уны телевизорға тоташтырып, көйләү бушлай булды. Дәүләт программаһы бөтә илде берләштерҙе. “Цифра” һәр йортҡа килде тиерлек.
Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре белгестәре менән бер рәттән беҙҙең хәбәрселәр ҙә республиканың бөтә райондары буйлап йөрөп сыҡты. Яңы вышкаларҙың төҙөлөшө тураһында репортаждар төшөрөлдө, уртаҡ акциялар үткәрелде: Цифралы яҙ, Цифраны тоҡандыр һәм “Алтын бишек” конкурсы. Ҡатнашыусыларға цифралы приставкалар, телевизорҙар бүләк ителде. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының инженерҙары, хәбәрселәре, дикторҙары халыҡҡа нисек “цифраны тоҡандырырға” аңлатты. Ә 2018 йылдың ноябрендә Башҡортостан телевидениеһының тәүге студияһында цифраға официаль старт бирелде.
Ошо рәүешле Башҡортостан телевидениеның яңы эраһына аяҡ баҫты. Ә беҙҙең телеканалдың цифралы десанты район-ҡалалар буйлап йөрөп, телевизор ҡараусылар менән аңлатыу эштәре алып барҙы. “Рәсәй 1” һәм “Рәсәй 24” каналдары беренсе мультиплексҡа ингән. Тимәк, башҡорт телендәге программаларҙы һәм “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуҙарҙын һеҙ артабан да юғары сифатта, цифралы форматта ҡарай алаһығыҙ. Аналог сигналын һүндереү бер аҙна дауамында барасаҡ. Шуға аналог сигналы аша эшләгән телевизорҙарҙа ошо ваҡытта мәғлүмәти видеояҙмалар күрһәтелә. Ә инде 21 октябрҙә Башҡортостан тулыһынса цифралы телевидение дәүеренә аяҡ баҫа.
https://gtrk.tv/heberzer/149682-cifra-momkinlektre
Читайте нас: