Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2019, 07:18

Башҡортостанда йорттарға янғынды иҫкәртеү ҡулайламалары ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла.

Башҡортостанда йорттарға янғынды иҫкәртеү ҡулайламалары ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла.

- Янғын иҫкәрткес – ул консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡоролмаһы. «Крона» тип аталған бәләкәй генә бата­рейка ярҙамында эшләй. Батарейка эшләү ҡеүәһе бер йылға тиклем етергә мөмкин. Иҫкәрткесте йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа, өйҙә янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ҡулайлама сыйылдай башлай. Бүлмәләрҙе елләтеп алһаң, эшләүе туҡтай. Янғын сыҡҡан хәлдә ҡулайлама үҙе янып сыҡҡансыға тиклем эшләү мөмкинлегенә эйә.
Һ у ң ғ ы о с о р ҙ а ғ ы н а Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәре ярҙамында 2016 йылдан алып 290 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Янғын ваҡытында кешеләр янған әйберҙән таралған еҫтән ағыуланып үлә. Йорттағы я н ғ ы н и ҫ к ә ртк е ст ә р е хәүеф хаҡында хәбәр итеп, кешеләрҙе бәләнән аралап ҡала, – тине М. Задин.
Янғын иҫкәрткес артыҡ ҡиммәт тә түгел - 250 һум тирәһе. Шәхси эшҡыуарҙар быға, әлбиттә, күпмелер хаҡ өҫтәйҙәр. Һуңғы араларҙа мутлыҡ осраҡтары ла теркәлгән - был ҡулайламаны күпкә ҙур хаҡҡа һатып йөрөгәндәр.
Эшләү тәртибе менән таныштырғас, ҡуйыу тәртибен дә аңлатып үтте Морат Хали­дар улы.
– Янғын иҫкәрткес йоҡо бүлмәһенә ингән ерҙә, коридорҙа ҡуйылырға тей­еш. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәһенә урынлашты­рыу кәңәш ителмәй, сөнки ризыҡ әҙерләгәндә йәки эҫе һыу быуы арҡаһында иҫкәрткестең эшләй башлауы ихтимал.
Былтырҙан алып аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, бала тәрбиәләгән һәм со­циаль йәһәттән хәүефле һаналған ғаиләләр бушлай янғын иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйҙыртыуға хоҡуҡлы. 55 йәштән оло яңғыҙ йәшәгәндәр ҙә ташламалы программа менән бушлай ҡуйҙырта ала­лар.
Ташламалы программа менән янғын иҫкәрткесте ҡуйыу маҡсатында БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары М. Задин Бөрйән районында граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес Д. Акиев һәм янғын иҫкәрткесте ҡуйыу, урынлаштырыу буй­ынса белгестәр менән Әтек һәм Тимер ауылдарында ла булды.
Х а л ы ҡ ҡ а ташламалы программа менән буш­лай ҡуйҙыртыу өсөн ауыл хакимиәте башлыҡтарына янғын хаҡында иҫкәрткестәр тапшырылды. Яңғыҙ йәшәгән оло кешеләрҙең өйҙәренә янғын иҫкәрткес ҡуйылып, эшләү тәртибе тикшерелеп тә ҡаралды.
-Әлбиттә, янғын хаҡында иҫкәрткес һеҙҙе янғындан һаҡламаҫ, ә төтөн булғанда ғына иҫкәртер. Сөнки кеше алдан төтөндән ағыулана. Был ҡулайламаға һеҙҙең өйҙәрегеҙҙә бер ваҡытта ла эшләргә яҙмаһын, – тине белгестәр.
Читайте нас: