Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 14:00

Ирекмәндәр ярҙамға килә

14 октябрҙән Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм волонтерҙар был йәһәттән эш алып баралар.

14 октябрҙән Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға – балаға ай һайын пособие алғандарға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алып ҡуйыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
«Һан» менән файҙаланған бөтә абоненттарға бушлай 20 канал (Беренсе канал, Рәсәй 1, Рәсәй 24, Рәсәй К, Матч, НТВ, 5 канал, «Карусель», ОТР, ТВЦ, Рен, Спас, СТС, Домашний, ТВ-3, «Пятница», «Звезда», «Мир», ТНТ, Муз.) һәм өс радиоканал бирелә.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм волонтерҙар был йәһәттән эш алып баралар. Районда яуаплы куратор итеп Айнур Хәкимов, ә ауылдарҙа информатика һәм физик культура уҡытыусылары волонтерҙар итеп тәғәйенләнгән. Яңыраҡ Иҫке Собханғолда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Ҡотлобаева Ғәфиә Абдулла ҡыҙына приставкаларҙы көйләүҙә ирекмәндәр ярҙамға килгән.
Һанлы телевидениеға тоташтырыу, телевизорҙы көйләү буйынса 3-53-47 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас в