Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2019, 08:25

Бөрйәндәр акцияла әүҙем ҡатнашты

Бөгөн, Республика көнө алдынан, “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы ойошторолдо. “Ағас ултырт – йәшәү бүләк ит!” девизы аҫтында үткән акция сиктәрендә төбәктең төрлө ҡалаларында һәм райондарында ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, тирәк ағастары, гөлйемеш, миләш, спирея ҡыуаҡлыҡтары ултыртылды.

Бөгөн, Республика көнө алдынан, “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы ойошторолдо. “Ағас ултырт – йәшәү бүләк ит!” девизы аҫтында үткән акция сиктәрендә төбәктең төрлө ҡалаларында һәм райондарында ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, тирәк ағастары, гөлйемеш, миләш, спирея ҡыуаҡлыҡтары ултыртылды.
Бөрйәндәр ҙә был акцияла әүҙем ҡатнашты. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре бөгөн иртәнге 9.00 сәғәттән үҙҙәренә тәғәйенләнгән биләмәләрҙә дәррәү генә эшкә тотондо. Район мәғариф бүлеге, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, ЗАГС, почта бүлексәһе, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы хеҙмәткәрҙәре Баҙал биҫтәһендәге стадионға шыршылар ултыртһа, ҡалған бөтә ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре быйылдан һабантуй ойошторола башлаған, киләсәктә парк зонаһы буласаҡ Күҙәмбәт яланындағы өмәлә ҡатнашты.
- Был акция сиктәрендә бөгөн Баҙалда 70 төп шыршы, Күҙәмбәттә 200-ҙән ашыу төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Әйткәндәй, кисә “Йәшә, урман!” акцияһы сиктәрендә урман хужалығы өлкәһендә эшләүсе ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре 3 га ерҙә 12 мең төп ҡарағай үҫентеләре ултыртты, - ти “Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры Иҙел Әхмәтйәнов.
Күҙәмбәттә үҫентеләрҙән тыш ҙурыраҡ ҡарағайҙар ҙа ултыртылды. Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раян Шахниязов билдәләүенсә, уларҙың һаны – 200.
Музыка тауыштары яңғырап торған биләмәләрҙән өмәләселәр яҡшы кәйеф менән таралышты. Шулай булмай ни, улар ултыртҡан ағастар киләсәктә районыбыҙға йәм биреп ултыртасаҡ бит!
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы беренсе тапҡыр быйыл апрель айында үткәйне. Уның сиктәрендә республиканың төрлө муниципалитеттарынан 160 мең кеше ҡатнашып, 164 тематик аллея булдырылып, 109 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылғайны. Был акция артабан да дауам итер, төбәкте йәшелләндереүгә һәм төҙөкләндереүгә тос өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: