«Радий Хәбиров республика башлығы вазифаһына лайыҡ, — тине Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов 19 сентябрҙә һайланып ҡуйылған республика башлығы инаугурацияһынан һуң. — Мин уға яңы вазифаһында уңыштар, үҙ сығышында билдәләгән барлыҡ һөҙөмтәләргә ирешеүен теләйем. Радий Хәбировтың уйлаған эштәре бойомға ашһа, халыҡ ҡәнәғәт ҡалыр тип уйлайым».