Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2019, 14:12

Бөрйән малайын тапаған водителгә суд ҡарары сығарылған

Өфөлә “Мир” туҡталышы янында велосипеды менән юл аша үткән сағында машина аҫтында ҡалған Бөрйән (Байғаҙы) малайын тапаған водитель ҡатынға суд ҡарары сығарылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, малай йәшел утҡа юлдан велосипеды менән сығып барған. Уны Nissan X-Trail автомобиленең руле артындағы ҡатын төкөп йыҡҡан. Бала ваҡиға урынында йән биргән.
Суд водителде 2 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткән, шулай уҡ ул үлгән малайҙың атаһы менән әсәһенең һәр ҡайһыһына 500 меңәр һум аҡса түләйәсәк.
Читайте нас: