Walt Disney компанияһы Рәсәйҙә төшөрөлгән «Һеңлекәш» хәрби драмаһының прокаты менән шөғөлләнәсәген иғлан итте һәм релиз датаһын билдәләне. Мостай Кәрим исемендәге фондта ошо хаҡта белдерҙеләр.
Режиссер Александр Галибин фильмының премьераһы 2019 йылдың 19 сентябрендә була. Ҙур экранға картина Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан сыға. Фильмдың сценарийы әҙиптең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнеп яҙылған.
«Һеңлекәш» фильмында төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин менән 9 йәшлек Марта Тимофеева башҡарған. Малай беренсе тапҡыр ғына киноға төшһә, йәш актриса — ысын йондоҙ. Уның «Время первых», «Легенда о Коловрате», «Кровавая барыня», «Он — дракон», «Оптимисты», «Гоголь» кеүек билдәле проекттарҙа ролдәре бар. Ҡыҙыҡайҙың иҫәбендә — кинола һәм сериалдарҙа 40-тан ашыу эш. Быйыл ҙур экранға, «Һеңлекәш»тән тыш, йәш актриса ҡатнашлығындағы тағы биш фильм ҙур экранға сыға. Улар бөтәһе лә көтөп алынған: «Эбигейл», «Вратарь Галактики», «Яга. Кошмар темного леса», «Союз спасения» һәм «Последствия».
«Һеңлекәш» хәрби драмаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамында төшөрөлгән. Проект өҫтөндә эштә Мостай Кәрим исемендәге фонд ҡатнашҡан.
«Беҙҙең өсөн ваҡ-төйәктең дә дөрөҫлөккә тап килеүе мөһим ине. Шул замандағы деталдәрҙе: кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәрен, биҙәүестәр, кәрәк-яраҡтар эҙләнек. Барыһын да халыҡтан йыйҙыҡ, шулай уҡ беҙгә башҡорт музейҙары ныҡ ярҙам итте. Фильм тамашасыны ошо заманға алып ҡайтыр тип ышанам», — тине ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов.
Фильм Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн махсус рәүештә декораторҙар 40-сы йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөгән. «Һеңлекәш» — башҡорт, украин һәм рус телдәрендә. Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофееванан тыш, фильмда Йософ Рәхмәтов, Илгизә Ғилманова, Сулпан Әбдрәхимова, Рәүис Заһитов, Виталий Салий ҡатнаша. Операторы — «Ищите женщину», «Крейцерова соната», «Покаяние», «Плащ Казановы» кеүек билдәле картиналарҙы төшөргән легендар Михаил Агранович.