Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин милли проекттарҙа экология мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Был юҫыҡта төп йүнәлештәр билдәләнде – законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм халыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү.
2024 йылға илдә барлыҡ законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе заманса комплекстар төҙөргә маҡсат ҡуйылған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн, дүрт триллион һум бүленгән.
Башҡортостанға килгәндә, проблемалы 582 сүплек билдәләнгән, уларҙың әлегә 180-е генә бөтөрөлгән. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан халҡының һигеҙ проценты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һыу эсә. Сифатҡа тәбиғәт факторҙары йоғонто яһай. Өфөләге эсәр һыу, мәҫәлән, ҡаты.
Икенсе сәбәп – республикалағы химия һәм нефть эшкәртеү производстволары, тау байыҡтырыу тармағы предприятиелары эшмәкәрлеге. Ер аҫты сығанаҡтарына “ҡара алтын”ды табыу ҙа кире йоғонто яһай. Киләһе өс йыл эсендә Башҡортостан тәүге тапҡыр һыу сифатын яҡшыртыу өсөн 1,1 миллиард һум аҡса аласаҡ.
#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан