Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2019, 11:01

1 СЕНТЯБРҘӘН РЕСПУБЛИКАЛА РӘСӘЙ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫНЫҢ БИШ БАЗА МӘКТӘБЕ ЭШЛӘЙ БАШЛАЙ

1 сентябрҙән Башҡортостандың биш дөйөм белем биреү учреждениеһы «Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәре» статусында эшләй башлай. Рәсәй Фәндәр академияһы һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында илдең 32 төбәгендә база мәктәптәре проектын ғәмәлгә ашырыуға тотона.

Пилот мәктәптәре исемлегендә республиканың биш белем биреү учреждениеһы бар: Өфөнән — 64-се гимназия, 83-сө инженер лицейы, 93-сө физика-математика лицейы, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан 1-се гимназия, Нефтекаманан 1-се лицей.
Проект сиктәрендә ошо мәктәптәрҙең Рәсәй Фәндәр академияһының төбәк ғилми үҙәктәре һәм вәкиллектәре, төп ғилми институттар һәм юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеген ойоштороу күҙ уңында тотола.
Республикала проекттың кураторы — Башҡортостандың Мәғариф министрлығы. Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәптәренә ярҙам күрһәтеүсе төбәк ғилми үҙәге итеп Өфө федераль тикшеренеү үҙәге һайланған.
Читайте нас: