Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2019, 11:10

ВЛАДИМИР ПУТИН КИЛЕМДЕҢ КӘМЕҮ СӘБӘПТӘРЕН БИЛДӘЛӘНЕ

Тура бәйләнеш барышында Владимир Путин ил халҡы килемдәренең кәмеү сәбәптәрен билдәләне.

Тура бәйләнеш барышында Владимир Путин ил халҡы килемдәренең кәмеү сәбәптәрен билдәләне.
Уның әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа донъя нефть баҙарында хаҡтың төшөүе иҡтисадҡа кире йоғонто яһаны. Граждандарҙың реаль килемдәре бер нисә йыл буйы түбәнәйгәндән һуң, әле тотороҡлана башланы, тип билдәләне дәүләт башлығы. Быйыл майҙа реаль эш хаҡының үҫеш темпы 2,8 процент тәшкил иткән, йыл башынан алып 44 миллион кешенең хеҙмәт хаҡы артҡан.
Владимир Путиндың фекеренсә, йәшәү кимәленә ҡағылған мәсьәләне хәл итеүҙең төп алымы – хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү. Ул шулай уҡ Үҙәк банкка халыҡтың кредит һаҙлығына батыу хәүефенә иғтибарын йүнәлтергә тәҡдим итте.
Читайте нас: