Республикабыҙҙа ике мәғариф, бер һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы үҙҙәрендә һанлы технологияларҙы үҫтереүгә грант отто. Аҡса “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы биреләсәк.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 12-се лицейы – 5,8 миллион һум,
Туймазы ҡалаһы Балалар ижад үҙәге – 3 миллион һум,
“Толпар” туберкулезға ҡаршы балалар шифаханаһы – 11,8 миллион һум (“Миҙгелле лагерҙарҙа уҡыусылар өсөн дискретлы математика, информатика, һанлы технологиялар буйынса тематик сменалар үткәреү” йүнәлеше буйынса).
Конкурс “Һанлы иҡтисад” милли пректын тормошҡа ашырыу сиктәрендә иғлан ителгәйне.