Рәсәйлеләр тормоштоң яҡшырыуын ғәмәлдә тойһон өсөн дәүләт 6 йыл эсендә 28 триллион һум бүлә. В. путин Дәүләт советындағы сығышында әйткәненсә, конкрет һөҙөмтәләргә учреждениеларҙа түгел, ә кеше йәшәгән урындарҙа: ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа ирешергә кәрәк. Кешеләрҙең был үҙгәрештәрҙе ҡағыҙҙа, отчеттарҙа ғына түгел, ысынбарлыҡта күреүе мөһим.
Йәмғеһе эш йүнәлештәре 12. Был һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, юлдар, хеҙмәт баҙары, фән, цифралы иҡтисад, мәҙәниәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, хеҙмәттәшлек һәм экспорт, магистраль инфраструктура.
2019 йылда Башҡортостандың милли проекттарына 34,2 млрд һум, ә 6 йыл эсендә бөтәһе 170, 6 млрд һум бүленеү күҙаллана. Яңы ФАП-тар һәм дауаханалар төҙөү, онкология һәм инфаркттар менән көрәш, мәғарифта яңы сифат һәм һәләтле балалар, демография, хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар, экология иң төп йүнәлештәр буласаҡ.
Тулыраҡ "Башинформ"дан уҡырға мөмкин: http://www.bashinform.ru/longread/nacproektyi#ixzz5lMCDigQy