Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2018, 18:32

Сүп-сар мәсьәләһе борсой

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов 17 декабрҙә Байназарҙа халыҡты ҡабул итте. Уға 20-нән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Һорауҙар, нигеҙҙә, ер, газ, һыу үткәреү, теш табибы, дауахана, күп функциялы үҙәк эше, эскелеккә ҡаршы көрәш, торлаҡ һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды. Район хакимиәте башлығы уларҙы хәл итеү юлдары ҡараласағы хаҡында белдерҙе.

- Күптәрҙе киләһе йыл көсөнә инәсәк ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһы һәм түләү мәсьәләһе борсой – ошо турала 5-6 һорау булды. Беренсенән, тиҙ арала был өлкәлә мәсьәлә хәл ителмәһә, беҙҙең тәбиғәттән, урман-һыуҙарҙан киләһе быуынға бер нәмә ҡалмаясаҡ - был кәрәкле закон. Икенсенән, тәүҙә иғлан ителгән 180-200 һум түләү беҙҙең халыҡ өсөн күтәрерлек түгел. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса хаҡ күпкә кәметеләсәк. Мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға ташламалар, аҡсалата ярҙамдар ҡараласаҡ. Дүшәмбе көнө үткән республика кимәлендәге оператив кәңәшмәлә яңы хаҡ еткерелде, кеше башына район үҙәктәрендә - 70, ҡалған ауылдарҙа (ҡайҙа быға тиклем ҡалдыҡтар йыйыу эшләмәгән) 35 һумға тиклем кәметелә, - тине Рөстәм Динислам улы.
Бындай ҡабул итеүҙәр башҡа ауылдарҙа ла дауам итәсәк.
Т. Йыһанурова әҙерләне.
Читайте нас: