Район гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған бүләктәр конкурсына квитанциялар ҡабул итеү иртәгә, 14 декабрҙә, тамамлана. Ҙур әүҙемлек күрһәткән райондаштарға рәхмәт белдерәбеҙ. Әле гәзиткә яҙылыу тамамланманы, кемдәр өлгөрмәгән, ай аҙағына тиклем яҙылып ҡуйһағыҙ, "Таң" ярты йыл буйы һеҙҙең дуҫығыҙ булыр!