Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2018, 17:48

Депутат ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе

7 декабрь көнө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев район граждандарын ҡабул итте. Депутатҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселек һорауҙары ер, ағас, суд приставтары менән хәл итә торған мәсьәләләргә ҡайтып ҡалды.

7 декабрь көнө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев район граждандарын ҡабул итте. Депутатҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселек һорауҙары ер, ағас, суд приставтары менән хәл итә торған мәсьәләләргә ҡайтып ҡалды. 10 балалы әсә колледжда уҡып йөрөгән балаһын бушлай уҡытыуҙы һораны, шулай уҡ Яңы Собханғолдоң яңы урамына асфальт түшәтеү, эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Депутат уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, яуап бирҙе. Белгес кәңәше талап иткәндәренә кисектермәй мәсьәләне хәл итеү юлдарын табышасағын вәғәҙә итте.
А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: