Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2018, 16:08

Журналистар кәңәш ҡорҙо

Хәйбулла районында Көньяҡ-Көнсығыш район-ара ижади берләшмәһе журналистарының семинар-кәңәшмәһе үтте.

Хәйбулла районында Көньяҡ-Көнсығыш район-ара ижади берләшмәһе журналистарының семинар-кәңәшмәһе үтте. БР матбуғат агентлығы етәксеһе Б. Мелкоедов, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто директоры В. Хәкимова, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р. Ибраһимов, белгестәр, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр, Сибай, Хәйбулла мәғлүмәт үҙәктәре редакциялары журналистары ҡатнашҡан семинар-кәңәшмәлә гәзиттәрҙең бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр, ваҡытлы матбуғат сараларының проблемалары ҡаралды. Нәшриәт йорто белгестәре баш мөхәррирҙәр, реклама агенттары, сайттар буйынса яуаплылар менән секция ултырыштары үткәрҙе, кәңәштәр бирҙе.


М. мырҙағолова.
Читайте нас: