«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүгә балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, балаларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫешеүе тураһында тейешле кимәлдә борсолған, уларҙың шәхесен гармониялы үҫтергән, ғаилә һәм бала тәрбиәләү институтын нығытыуҙа өлгө күрһәткән күп балалы әсәләр тәҡдим ителә