22 августа Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр быға тиклем дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс, Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.
Тәүге тапҡыр аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг Алексей Михайлович батшалыҡ иткәндә 1668 йылда Голландия инженеры Давид Бутлер төҙөгән «Бөркөт» исемле беренсе рус хәрби кораблендә күтәрелә.
Әммә триколорға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Петр I туҡыманың өлгөһөн үҙе төшөргән һәм горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.