Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2018, 16:30

Ҡомарлы уйын ҡомға ултырта

Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан Пенсия фондының Бөрйән районындағы идаралығында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында ҡануниәттең үтәлешенә тикшереү үткәрелде. Тикшереү барышында баш белгес-эксперттың 2015 йылдан алып законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе билдәләнде. Дәүләт гражданлыҡ хеҙмәткәре граждандарға займ килешеүе буйынса процентҡа аҡса биреп торған һәм шул рәүешле килем алған. Алынған килемдәре тураһында йыл һайын бирелә торған декларацияларында отчет бирмәгән.Миҫал өсөн, 2015 йылдың мартында районда йәшәүселәрҙең береһенә займ килешеүе буйынса аҡса менән ҡулланған өсөн ай һайын 15 процент түләү шарты менән 20 мең һум биреп торған. Шул уҡ шарттарҙа 2015 йылдың майында чиновница бер кешегә 15 мең һум биреп торған. Законһыҙ эшҡыуарлыҡтың йәнә ике шундай уҡ факты булған.Займ биреп тороусы бер нисә тапҡыр бурыслыларҙан улар кире ҡайтармаған аҡсаны суд аша юллап алған.Дөйөм алғанда, вазифалы кеше тарафынан займ биреп тороуҙың проценттары рәүешендә 39 000 һум аҡса алынған. Был сумма 2015, 2016 йылдар өсөн килемдәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙә сағылыш тапмаған.Хеҙмәткәр тарафынан юл ҡуйылған коррупцияға ҡаршы ҡануниәт талаптарын боҙоу уны эштән бушатыуға нигеҙ булып тора.Бөрйән районы прокуроры тарафынан асыҡланған факттар буйынса күрһәтмә индерелде. Ләкин был акт ҡаралғанға тиклем хеҙмәткәр үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған.Н. Шәмиғолова, район прокуроры вазифаһын башҡарыусы, юстиция советнигы.

Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан Пенсия фондының Бөрйән районындағы идаралығында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында ҡануниәттең үтәлешенә тикшереү үткәрелде. Тикшереү барышында баш белгес-эксперттың 2015 йылдан алып законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүе билдәләнде. Дәүләт гражданлыҡ хеҙмәткәре граждандарға займ килешеүе буйынса процентҡа аҡса биреп торған һәм шул рәүешле килем алған. Алынған килемдәре тураһында йыл һайын бирелә торған декларацияларында отчет бирмәгән.
Миҫал өсөн, 2015 йылдың мартында районда йәшәүселәрҙең береһенә займ килешеүе буйынса аҡса менән ҡулланған өсөн ай һайын 15 процент түләү шарты менән 20 мең һум биреп торған. Шул уҡ шарттарҙа 2015 йылдың майында чиновница бер кешегә 15 мең һум биреп торған. Законһыҙ эшҡыуарлыҡтың йәнә ике шундай уҡ факты булған.
Займ биреп тороусы бер нисә тапҡыр бурыслыларҙан улар кире ҡайтармаған аҡсаны суд аша юллап алған.
Дөйөм алғанда, вазифалы кеше тарафынан займ биреп тороуҙың проценттары рәүешендә 39 000 һум аҡса алынған. Был сумма 2015, 2016 йылдар өсөн килемдәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙә сағылыш тапмаған.
Хеҙмәткәр тарафынан юл ҡуйылған коррупцияға ҡаршы ҡануниәт талаптарын боҙоу уны эштән бушатыуға нигеҙ булып тора.
Бөрйән районы прокуроры тарафынан асыҡланған факттар буйынса күрһәтмә индерелде. Ләкин был акт ҡаралғанға тиклем хеҙмәткәр үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған.
Н. Шәмиғолова, район прокуроры вазифаһын башҡарыусы, юстиция советнигы.
Читайте нас в