Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2018, 18:56

РЕСПУБЛИКАЛА ЯҢЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЫ УРЫНБАҪАРЫ ТӘҒӘЙЕНЛӘНДЕ

Башҡортостанда яңы мәғариф министры урынбаҫарын тәғәйенләнеләр. Был эште Әлфиә Ғәлиеваға ышанып тапшырҙылар. Алдан ул ошо уҡ ведомствола юридик бүлекте етәкләне.

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.


Башҡортостанда яңы мәғариф министры урынбаҫарын тәғәйенләнеләр. Был эште Әлфиә Ғәлиеваға ышанып тапшырҙылар. Алдан ул ошо уҡ ведомствола юридик бүлекте етәкләне.


Белешмә.

Ғәлиева Әлфиә Закир ҡыҙы 1973 йылдың 18 июнендә Өфөлә тыуған. "Хоҡуҡ фәне" һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.


Төрлө йылдарҙа һалым инспекторы, дәүләт нотариусы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының кадрҙар һәм хоҡуҡ эше бүлегенең баш белгесе – юрисконсультанты булып эшләгән.


2010 йылда Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2011-2018 йылдарҙа – төбәк Мәғариф министрлығының юридик бүлеге етәксеһе. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» наградаһы менән билдәләнгән.

Читайте нас: