Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2018, 13:41

Акцияла әүҙем ҡатнашайыҡ!

1 июлдән республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы башлана. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан республикаһы халыҡты социаль яҡлау Министрлығы хәйриә акцияһын һигеҙенсе йыл ҡабаттан уҙғарып килә.«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһының маҡсаты - күп балалы, әҙ тәьмин ителгән ғаиләргә, ҡараусыһыҙ, инвалид балаларға 2018-2019 яңы уҡыу йылына әҙерлек маҡсатында, ауыр тормош һынауҙарына дусар булған ғаиләләргә ярҙам итеү.2017 йылда акция һөҙөмтәләре буйынса 159 мең 700 һумлыҡ әйбер йыйылды. Предприятие, учреждение коллективтары, эшҡыуарҙар, шәхси кешеләр ярҙамы менән 196 бала мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителде.Был акцияла бала яҙмышына битараф булмаған һәр кеше ҡатнаша ала.Көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге мәктәп йәшендәге балалар өсөн портфель, мәктәп формаһы, дәфтәр, ручка, һүрәт төшөрөү өсөн альбом, буяу ҡәләме, пластилин, пенал һ.б. әйберҙәр һәм ҡабул итә. Акцияла ҡатнашырға, әйберләтә йәки аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙе Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 2-се ҡат, 8-cе кабинетта көтөп ҡалабыҙ. Белешмә өсөн телефон һандары: 8347(55) 3-66-74.Изгелек эшләргә, мохтаждарға ярҙам итергә ашығығыҙ, ҡәҙерле райондаштар!

1 июлдән республикала «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы башлана. Ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан республикаһы халыҡты социаль яҡлау Министрлығы хәйриә акцияһын һигеҙенсе йыл ҡабаттан уҙғарып килә.
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһының маҡсаты - күп балалы, әҙ тәьмин ителгән ғаиләргә, ҡараусыһыҙ, инвалид балаларға 2018-2019 яңы уҡыу йылына әҙерлек маҡсатында, ауыр тормош һынауҙарына дусар булған ғаиләләргә ярҙам итеү.
2017 йылда акция һөҙөмтәләре буйынса 159 мең 700 һумлыҡ әйбер йыйылды. Предприятие, учреждение коллективтары, эшҡыуарҙар, шәхси кешеләр ярҙамы менән 196 бала мәктәп кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителде.
Был акцияла бала яҙмышына битараф булмаған һәр кеше ҡатнаша ала.
Көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге мәктәп йәшендәге балалар өсөн портфель, мәктәп формаһы, дәфтәр, ручка, һүрәт төшөрөү өсөн альбом, буяу ҡәләме, пластилин, пенал һ.б. әйберҙәр һәм ҡабул итә.
Акцияла ҡатнашырға, әйберләтә йәки аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙе Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, 2-се ҡат, 8-cе кабинетта көтөп ҡалабыҙ. Белешмә өсөн телефон һандары: 8347(55) 3-66-74.
Изгелек эшләргә, мохтаждарға ярҙам итергә ашығығыҙ, ҡәҙерле райондаштар!
Читайте нас: