29 июндә район мәҙәниәт һарайында Мөхтәр Сәғитов музейы базаһында фәнни-ғәмәли конференция үтә. Унда Урал аръяғында музейҙар селтәре, мәктәп музейҙары, музейҙар буйынса ҡануни-норматив документтар, РФ Музей фонды тураһында яңы ҡануниәт, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының тарихи-мәҙәни музейы эшмәкәрлеге темаларына һ.б. темаларға сығыштар көтөлә. Конференцияла республиканың Милли музейынан, мәҙәниәт министрлығынан һ.б. учреждениеларҙан вәкилдәр ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтар Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәт ҡыласаҡ, шулай уҡ музейҙар сайттарына виртуаль экскурсиялар ҙа ҡаралған.